05:21 (UTC+5), 28 Января 2011

Башҡортостан парламенты баланы уллыҡҡа алған граждандарға пособие түләү тураһында закон проектын ҡабул итте

Марина Шумилова
Быйылғы йылдағы беренсе пленар ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан парламентына республика Хөкүмәте менән тәҡдим ителгән «Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған граждандарға бер тапҡыр аҡсалата пособие түләү тураһында» закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Зөһрә Рәхмәтуллинаның билдәләүенсә, закон проекты балаларҙың ғаиләлә лайыҡлы тормошҡа хоҡуҡтарын яҡлауҙы тормошҡа ашырыу һәм социаль етемлекте иҫкәртеү, баланың ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуғын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ тәрбиәгә алған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы маҡсатында эшләнә. Әлеге ваҡытта илдә балалары булған граждандарға берҙәм дәүләт пособиелары системаһы булдырылған. Бындай пособиелар төрөнөң береһе – баланы ғаиләгә тәрбиәгә биргән ваҡытта бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр. Бындай түләүҙәр федераль бюджеттан финанслана. Күп кенә төбәктәр ғаиләләрҙе алмаштырыусы айырым категориялар, нигеҙҙә, балаларҙы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусы ғаиләләр өсөн бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә төбәк түләүҙәре билдәләгән.
Атап әйткәндә, Краснодар крайында һәм Пенза өлкәһендә – 300 мең һум, Тамбов өлкәһендә – 200 мең һум, Ставрополь крайында – 150 мең һум, Пермь крайы һәм Ульяновск өлкәһендә 100-әр мең һум аҡса түләнә.
«Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған граждандарға бер тапҡыр аҡсалата пособие түләү тураһында» закон проекты уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алынған һәр балаға «Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» 256-сы федераль законы менән билдәләнгән әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие билдәләй һәм уны тәғәйенләү тәртибен асыҡлай. Бер тапҡыр бирелеүсе пособиены билдәләү һәм түләү баланы уллыҡҡа алғандан һуң ғариза биреү тәртибендә башҡарыла. Баланы уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр бирелеүсе пособиеға уллыҡҡа алған ата-әсәләрҙең береһе хоҡуҡлы. Ике йәки унан күберәк баланы уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр бирелеүсе пособие һәр балаға түләнә. Был средстволар уллыҡҡа алыусылар ғаиләһенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы дауалауға, санатор-курорт һауыҡтырыуға йәки уҡытыуға файҙаланыла ала.
Сығымдарҙы финанслау республика ҡаҙнаһынан алып барыласаҡ. Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, әлеге ваҡытта әсәлек капиталының күләме – 365 мең һум, уллыҡҡа алынған балаларҙы иҫәпкә алып республика бюджетынан 2011 йылда бер тапҡыр бирелеүсе пособие түләүгә сығымдар 100 миллион һумдан ашыу сумманы тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика