12:28 (UTC+5), 27 Января 2011

Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы бөтөн Рәсәй территорияһы буйлап эҙләйәсәктәр

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы бөтөн Рәсәй территорияһы буйлап эҙләйәсәктәр. Был турала 26 ғинуарҙа көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында БР хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһаутдинов хәбәр итте.
Хәрби комиссар һүҙҙәренсә, 411 кеше ғәфү итерлек сәбәптәре булмай тороп республика хәрби комиссариаттарына килмәгән. 380 егеткә ҡарата РФ Тикшереү комитетына күрһәтмә ебәрелгән. 484 кеше ҡасып йөрөгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
— Хәрби иҫәптән төшмәйенсә илдең икенсе төбәктәренә сығып киткән егеттәр ҙур борсолоу тыуҙыра, - тип билдәләй Илдар Баһаутдинов. – Республикала хәрби иҫәптән төшөп, йәшәгән урындары буйынса иҫәпкә баҫһындар өсөн генә беҙ бөтөн Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән был кешеләрҙе эҙләп табыу буйынса айлыҡ иғлан итәбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика