05:24 (UTC+5), 25 Ғинуар 2011

Башҡортостанда ҡазаға тарыусыларға ярҙам тураһында закон ҡабул ителәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда янғындан һәм башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күреүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән закон барлыҡҡа килергә тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай инициатива менән сығыш яһаны. Президент әйтеүенсә, «Европа» сауҙа үҙәгендәге янғын унда ошондай закон кәрәклеге тураһында фекер уятты.
Янғын ваҡытында ике кеше һәләк булды. Кескәй балалар етем ҡалды, әсә берҙән-бер ҡыҙын юғалтты. Һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм башҡа зыян күреүселәргә компенсация түләнәсәк.
Әммә, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн проблеманы хәл итеү республикала янғындан йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күреүселәргә компенсация түләү тәртибен регламентлаған закон булмауына килеп терәлә. Шуға күрә бындай ярҙам ошондай хәлдәр килеп тыуғас ҡына күрһәтелә. Һәм уны барыһы ла алмай.
— Мин тейешле саралар федераль кимәлдә ҡабул ителеүен көтмәҫкә һәм бындай осраҡтарҙа ярҙам күрһәтеү тәртибен регламентлаған республика законын әҙерләргә тәҡдим итәм, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бюджетта ошондай маҡсаттарға билдәле бер сумма һалынырға һәм бөтә зыян күреүселәргә компенсация күләме билдәләнергә тейеш.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның блогына йыш ҡына республиканың төрлө райондарынан янғындан зыян күреүселәр мөрәжәғәт итә. Улар муниципаль властарҙан ярҙам һорай, ләкин тегеләре, тейешле республика законы булмауға һылтанып, уларға ярҙам күрһәтеүҙән баш тарта. Тимәк, ундай закон барлыҡҡа килергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика