Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Ғинуар 2011, 18:08

БР Үҙәк һайлау комиссияһында яңы етәксе

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы 21 ғинуарҙа үҙенең сираттағы ултырышында Хәйҙәр Вәлиевты БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайланы. Комиссия ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Азамат Илембәтов, БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, Өфө ҡалаһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, сәйәси партиялар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш видеоконференция режимында үткәнгә күрә, унда РФ Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Николай Конкин да ҡатнаша алды. Ул 19 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының Хәйҙәр Вәлиевтең кандидатураһын бер тауыштан БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына тәҡдим итеү тураһында хәбәр итте.
БР Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһының 10-ы хәл йәшерен тауыш биреү юлы менән Хәйҙәр Вәлиев кандидатураһын һайланы. Ике кеше ҡаршы тауыш бирҙе. “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә комиссия ағзаларының яртыһынан ашыуы тауыш бирә икән, ул һайланған тип иҫәпләнә. Ошоноң менән бәйле БР Үҙәк һайлау комиссияһы Хәйҙәр Вәлиевтың һайланыуы тураһында ҡарар ҡабул итте. БР Үҙәк һайлау комиссияһының яңы рәйесен хеҙмәттәштәре исеменән БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Нәүфәл Йәнбухтин тәбрикләне. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев БР Үҙәк һайлау комиссияһының яңы рәйесе Х.А. Вәлиевкә республика етәкселегенең ҡотлауҙарын тапшырҙы.
Хәйҙәр Арыҫлан улы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларына һәм республика Үҙәк һайлау комиссияһынан коллегаларына юғары ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул бөтә белемен һәм тәжрибәһен буласаҡ һайлау кампанияларын юғары кимәлдә үткәреүгә йүнәлтергә вәғәҙә итте.
Белешмә өсөн:
Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы 1959 йылдың 20 мартында Әбйәлил районының Тәпән ауылында тыуған. 1986 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.
Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәткә тиклем һәм унан һуң Әбйәлил районының Калинин исемендәге колхозында агроном булып эшләй. 1981 йылдан 1984 йылға тиклем ошо колхоз рәйесе урынбаҫары була. 1984 – 1990 йылдарҙа Әбйәлил районының Киров исемендәге колхозында партком секретары, КПСС-тың Әбйәлил райкомы идеология бүлеге инструкторы булып эшләй. 1991 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. 1992 йылдан – Әбйәлил районы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығының баш агрономы. 1994 йылда Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1995 йылдан – ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2000 йылдың ғинуарынан – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары, 2000 – 2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығы начальнигы, начальник урынбаҫары булып эшләй. 2008 йылдың октябренән – БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының беренсе проректоры, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса проректор.
Юридик фәндәр кандидаты.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Автор:Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: