12:38 (UTC+5), 17 Января 2011

Депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды

Марина Шумилова
15 ғинуарҙа Башҡортостанда март айында үтәсәк һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Ошонан һуң ун көн эсендә уларҙы теркәү тамамланырға тейеш. БР Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, дөйөм алғанда, 13 меңдән ашыу кандидат күрһәтелде, уларҙың өстән бер өлөшө теркәлгән дә инде.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 13 мартта республикала 791 һайлау кампанияһы үтәсәк, 7378 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. 53 муниципаль районда урындағы вәкәләтле үҙидара органдары — ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтары һайланасаҡ. Бынан тыш, 13 муниципаль районда һәм Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһендә (21 һайлау округы буйынса) Совет депутаттарын өҫтәмә һайлау үтәсәк. Шул уҡ көндө ике бер мандатлы – Отрадово (28-се) һәм Иглин (45-се) округтарында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәп һайлаясаҡтар. Ике парламент мандатына һигеҙ теркәлгән кандидат дәғүә итә. Шуларҙың алтауһы «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре тарафынан күрһәтелгән, икәүһе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр.
Кандидаттар һәм һайлау берләшмәләре өсөн агитация осоро башланды. Закондарға ярашлы телерадиотапшырыуҙар каналдарында һәм урындағы матбуғат баҫмаларында һайлау алды агитацияһы 12 февралдән башлана һәм 12 мартта урындағы ваҡыт менән ноль сәғәткә тиклем дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика