09:17 (UTC+5), 17 Января 2011

Башҡортостан Президенты Нуриман районында булып ҡайтты

Рәсүл Хәмиҙуллин, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе көнө, 15 ғинуарҙа, эш сәфәре менән Нуриман районына барып ҡайтты.
Ул иң элек Үҙәк район дауаханаһына инде. Бында 380 кеше эшләй, шул иҫәптән 37 табип. Районды ике ашығыс ярҙам бригадаһы хеҙмәтләндерә, уның составында 17 кеше. Ашығыс ярҙам машиналары автопаркы һигеҙ берәмектән тора.
Район дауаханаһы өсөн хужалыҡ корпусы төҙөлөшөн тамамлау төп проблема булып тора, уны төҙөү 2006 йылда уҡ туҡтатылған булған. Президент “һаҡаллы” төҙөлөш менән танышты. Республика башлығына, объекттың смета хаҡы 50 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, 30 миллионы үҙләштерелгән, тип хәбәр иттеләр. Уны тамамлауға тағы 27 миллион һум талап ителә. Рөстәм Хәмитов, корпусты төҙөп бөтөрөргә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Төбәк башлығы «Красный ключ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие 2002 йылдан алып эшләй. Былтыр бында 177,2 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған. Был 2009 йыл кимәленә ҡарата 137,6 процент. Бөтәһе предприятиела 152 кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 11,5 мең һум тәшкил итә. Президент һыу ҡойоу цехын ҡараны һәм үҙе лә «Красный ключ» һыуын эсеүе хаҡында әйтте.
Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы трассаһында ял итеүселәр менән аралашты. Ул турбаза етәкселегенә комплексты киңәйтергә һәм бында ял итергә сит ил кешеләрен саҡырырға тәҡдим итте.
Президент шулай уҡ Красный Ключ һәм Павловка ауылдарындағы балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрендә булып, ундағы хәл менән танышты.
Нуриман районында «Павловка паркы» туристик тау саңғыһы үҙәгенең беренсе һәм икенсе сираты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. Канат юлы сәғәтенә 900 кешене үткәрә. Бында шулай уҡ «Павловка паркы» кафеһы һәм 180 урынлыҡ ҡунаҡхана комплексы эшләй. Былтыр комплекс бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға һәм бюджеттан тыш фондтарға дүрт миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Шуның 1,8 миллион һумы Башҡортостан бюджетына ингән. Бында эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы — 13,4 мең һум. Киләсәктә өсөнсө сиратты төҙөргә планлаштырыла.
— «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге туристик һәм агроэкологик кластер төҙөү перспективаһына эйә, — тип белдерҙе төбәк башлығы.
Әйткәндәй, Президент үҙе менән тау саңғыһы алғайны һәм трассаны һынап ҡараны.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика