Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
10:10 (UTC+5), 14 Января 2011

Башҡортостан парламентының ике депутат мандатына һигеҙ кандидат дәғүә итә

Марина Шумилова
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депутаттар һайлауға кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү тамамланды. Был һайлауҙар 13 мартта Башҡортостандың бер мандатлы Отрадово (28-се) һәм Иглин (45-се) округтарында үтәсәк. БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, ике депутат мандатына һигеҙ кеше дәғүә итә. Шуларҙың алтыһы «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре менән күрһәтелгән, икәүһе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр.
Ике мандатҡа ла «Берҙәм Рәсәй» һәм коммунистар дәғүә итә. Либерал-демократтар һәм ғәҙел рәсәйлеләр уларға Иглин һайлау округында конкурентлыҡ итәсәк. Партия исемлеге буйынса БР Дәүләт Йыйылышына һайлауға барасаҡ кандидаттар араһында ике ҡатын-ҡыҙ бар. Уларҙың береһен - «Берҙәм Рәсәй», икенсеһен Ғәҙел Рәсәй күрһәткән.
Шулай уҡ 13 мартта үтәсәк муниципаль һайлауҙарға ла кандидаттар күрһәтеү дауам итә. 14 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарының ете меңдән ашыу депутат мандатына 13 меңдән ашыу кандидат дәғүә итә, шуларҙың өстән бер өлөшө теркәлеү үткән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика