05:33 (UTC+5), 13 Января 2011

Башҡортостанда ике ауыл советы үҙенең «резиденцияһын» алмаштырасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостандың Күгәрсен районында ике ауыл советы тиҙҙән үҙенең хакимиәт үҙәген алмаштырасаҡ. Тейешле закон проектын шаршамбы көндө Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитет ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хупланы. Новопетровское ауыл советы - Сәйетҡолға, ә Теләүембәт ауыл советы Тәүәкән ауылына күсәсәк, тип күҙаллана.
Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков һүҙҙәренсә, ауыл советы «резиденцияларын» күсереү инициативаһы менән депутаттарға Күгәрсен районы хакимиәте мөрәжәғәт иткән. Күсеү кәрәклеге ауыл советтары күсәсәк ауылдарҙа эш өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырылыуы менән аңлатыла.
— Урындағы халыҡ хакимиәт үҙәктәрен күсереүгә бәйле бер ниндәй ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәне, - ти Рөстәм Күзбәков. — Закон проектын тикшереүгә сығарыу менән бәйле район халҡынан бер ялыу ҙа килмәне. Бынан тыш, икенсе ауылға күсеү кадрҙар һайлау менән ауырлыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Ауыл советтары хеҙмәткәрҙәре тулы составта йәшәгән урынын алмаштырырға әҙер.
Был закон проекты беренсе уҡыуҙа тикшереүҙе үтте һәм икенсе тапҡыр ҡараласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика