07:35 (UTC+5), 11 Января 2011

Учалылағы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексының "файҙаһыҙ хеҙмәткә” әйләнеүе бар

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Учалыла 2006 йылда һалына башлаған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнөң файҙаһыҙ хеҙмәткә әйләнеүе ихтимал. Был объект төҙөлөшөндә 10 миллион һумға яҡын сумма үҙләштерелгән, әммә финанс средстволар етмәү сәбәпле бына ярты йыл инде эштәр туҡталып тора. Бында ике ҡаттың стеналары һалынған, коммуникацияларҙың бер өлөшө үткәрелгән.
Кесаҙнала был проблемалы объект менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов танышты. Төбәк башлығы әйтеүенсә, әлегә стеналар эштәрҙе дауам итеү өсөн яраҡлы, әммә яҡын арала төҙөлөш дауам иттерелмәһә, объектты һүтеп, эште яңынан башларға тура киләсәк.
Төҙөлөштө тамамлау өсөн 52 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Шуларҙың 47 миллион һумын туранан-тура - төҙөлөшкә, ҡалғанын ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеү күҙаллана. Район хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, башта физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшөн Силәбе өлкәһе фирмаһы алып барған, әммә Учалыла төҙөлөштө тамамлауға тотонорға әҙер урындағы төҙөлөш компанияһы бар.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика