12:00 (UTC+5), 11 Января 2011

Парламент закон проекттарын тикшергәндә интернет-технологияларҙы ҡулланыу яҡлы

Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
Спикер Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттары менән осрашыуҙа уҙған йылдағы закондар сығарыу эшенә йомғаҡ яһаны.
— 2010 йыл БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн республика ҡануниәте системаһын әүҙем камиллаштырыу осоро булды, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Үҙ эшендә депутаттар һәр ваҡыт республиканың дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи өҫтөнлөктәренән сығып эш итә.
Былтыр парламент эшмәкәрлеге новациялары иҫәбендә спикер төрлө йүнәлештәр буйынса парламент төркөмдәре төҙөүҙе билдәләне. БР Дәүләт Йыйылышында көҙгө сессия осоронда эшсе төркөмдәр ойошторолдо.
— Бындай эшмәкәрлек ҡануниәтебеҙҙең һөҙөмтәлелеген реаль баһаларға, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһының баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен булдырырға, министрлыҡтар һәм ведомстволар, муниципаль органдар вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итәсәк, — тип билдәләне Константин Толкачев.
Уның фекеренсә, закон проекттарын интернет-технологиялар файҙаланып асыҡтан-асыҡ тикшереү практикаһын дауам итергә кәрәк. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе блогы Башҡортостан парламенты эшендә мөһим бер яңылыҡ булып торҙо.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика