05:20 (UTC+5), 22 Декабря 2010

Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Дәүләт Советына инеүе – төбәк өсөн ҙур уңыш

"Башинформ"
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты РФ Дәүләт Советы Президиумына индереүҙе юғары баһаланы.
“Дәүләт Советы – кәңәш биреү эшен тормошҡа ашырыуға ҡарамаҫтан, бик мөһим орган – ул төп ҡарарҙарҙы эшләй. Башҡортостан Президентының ошо орган Президиумына инеүе ҙур дәрәжә генә түгел, шулай уҡ үҙ проекттарыңды тормошҡа ашырыу, башҡа төбәктәрҙәге ыңғай тәжрибәне файҙаланыу мөмкинлеге лә. Мин быны Башҡортостан өсөн ҙур уңыш тип иҫәпләйем. Башҡортостан Президентының Дәүләт Советына инеүе федераль власть яғынан Рөстәм Хәмитовҡа ғына түгел, шулай уҡ тотош республикаға, төбәк етәкселеге һайлаған йүнәлешкә етди ышаныс хаҡында һөйләй”, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 декабрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Советы Президиумы составына үҙгәрештәр индерҙе. Уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ Яҡутия Президенты Егор Борисов, Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруков, Коми Президенты Вячеслав Гайзер, Ростов өлкәһе хакимиәте башлығы (губернатор) Василий Голубев, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин, Дағстан Президенты Магомедсалам Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика