05:13 (UTC+5), 22 Декабря 2010

Энергетиктар көнө менән!

"Башинформ"
22 декабрҙә, йылдың иң ҡыҫҡа көнөндә, энергетика комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары үҙ һөнәри байрамдарын билдәләй.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов улар исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, энергетика тармағы төбәк иҡтисадының мөһим стратегик секторҙарының береһе булып тора, тип билдәләнә. Республиканы яңы үҫеш баҫҡыстарына сығарыу буйынса күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу энергетиктарҙың төплө белеменә, инициативаһына һәм эшлеклелегенә бәйле. Иң мөһиме – халыҡтың именлеге.
— Тармаҡҡа реформа үткәреү иҡтисади конкуренция шарттарында һеҙҙең алға динамик үҫешеү бурысы ҡуя. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ республика ҡулланыусыларын электр энергияһы һәм йылылыҡ менән ышаныслы тәьмин итеү, энергетика тармағын артабан модернизациялау буйынса яуаплы бурыстарҙы хәл итергә булышлыҡ итер, тип иҫәпләйем. Былар, беренсе сиратта, Урал аръяғы йылылыҡ-электр үҙәге магистрален киңәйтеү, 2-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәге магистрален реконструкциялау, 5-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәген төҙөү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алына төбәк башлығы мөрәжәғәтендә.
Рөстәм Хәмитов белгес-энергетиктарға, электростанциялар, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре, ремонт-төҙөлөш һәм махсуслаштырылған предприятиелар эшселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә уңышлы эшләүҙәрен, яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары, ныҡлы һаулыҡ, изгелек һәм именлек теләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика