05:54 (UTC+5), 17 Декабрь 2010

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов табиптарҙы ауылға машиналар һәм йорттар менән йәлеп итергә тәҡдим итте

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәш табиптарҙы ауыл ерендә эшләүгә торлаҡ һәм автомобилдәр менән йәлеп итергә тәҡдим итте. Бындай сараның маҡсатҡа ярашлы булыуы хаҡында ул Мәсәғүт ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы корпусы төҙөләсәк майҙанды ҡарағанда белдерҙе. Был дауалау учреждениеһы, төпкөлдәге башҡа дауаханалар кеүек үк, яңы кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. Йыл һайын Дыуан районынан бер нисә кеше Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Ләкин бик аҙҙары ғына бәләкәй ватанына әйләнеп ҡайта. Күптәр Өфөлә йәки башҡа ҙур ҡалаларҙа тороп ҡала. Йәш табиптарҙың бындай ынтылышы аңлашыла – ҡалала карьера төҙөү, аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәр күберәк.
— Ауыл еренә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн, уларға бөгөн кешеләрҙең күбеһе мохтаж булған нәмәне – торлаҡ һәм транспортты бирергә кәрәк, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Ҡиммәтле белгесте аныҡ урында гарантиялы беркетеү өсөн республика бөгөн үҙенә кешене йорт һәм автомобиль менән тәьмин итеү өсөн кәрәк булған ике миллион һум самаһы сумманы рөхсәт итә ала.
Башҡортостан башлығы фекеренсә, бындай ярҙам саралары табиптарға ҡарата ғына түгел, башҡа йәш белгестәр өсөн дә кәрәк. Кадрҙарҙы ауылда ҡалдырыу өсөн бындай программалар, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә эшләй башлаған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика