08:47 (UTC+5), 17 Декабря 2010

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуған ере буйлап туристик маршрут асыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда яҡын арала Салауат Юлаевтың тормошо менән бәйле урындар буйлап туристик маршрут асылырға тейеш. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов быны булдырыу кәрәклеге хаҡында кесаҙнала Мәсәғүт ауылында төньяҡ-көнсығыш райондары башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
— Салауат Юлаев – беҙҙең төбәктең иң күләмле тарихи фигураһы, - тине ул. – Һәм беҙ уның менән бәйле урындар халыҡ хәтерендә һәм беҙҙең республикаға килгән ҡунаҡтар хәтерендә ныҡлы уйылып ҡалһын өсөн, уның тыуған ере буйлап туристик маршрут булдырырға тейешбеҙ.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай туристик маршрут асыу инициативаһын урындағы властар күрһәтергә тейеш.
— Ә мин үҙемдең яғымдан бындай тәҡдимгә ваҡытлы иғтибар итергә һәм уны бойомға ашырыу өсөн средстволар бүлеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирәм, - тине Президент.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика