06:30 (UTC+5), 17 Декабря 2010

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йүкә балын һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итә

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йүкәне ҡырҡыуҙан ҡотҡарырға, шуның менән бергә республиканың төп байлыҡтарының береһе иҫәпләнгән йүкә балын юғалыуҙан һаҡлап ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Йүкә балына янаған хәүеф тураһындағы мәсьәлә кесаҙна көндө Рөстәм Хәмитов Мәсәғүт ауылындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул иткәндә күтәрелде.
Үҙе лә ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән Дыуан районы кешеһе төбәк башлығына урындағы урмандарҙа йүкәнең күпләп ҡырҡылыуына борсолоп мөрәжәғәт итте. Бик йыш тап ошо ағастар үҫкән участкалар урман ҡырҡыу өсөн бүленә. Йүкә юғалыуы арҡаһында әкренләп йүкә балы ла юғаласаҡ, һәм был процесты туҡтатмаһаҡ, киләһе быуынға был продукттың тәме лә таныш булмаясаҡ. Мөрәжәғәт итеүсенең әйтеүенсә, йүкә ағасын ҡырҡыу үҙен икеләтә аҡламай, сөнки урман әҙерләүселәргә ул ҙур табыш килтермәй. Шундай уҡ уңыш менән башҡа төрлө япраҡлы ағастарҙы ла ҡырҡырға мөмкин булыр ине, һәр хәлдә балға зыяны булмаясаҡ.
Рөстәм Хәмитов йүкә балын һаҡлап ҡалыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
— Бындай хәлде үҙгәртергә кәрәк булыуы менән тулыһынса ризамын, һәм БР Урман хужалығы министрлығына был мәсьәләне тикшерергә күрһәтмә бирәсәкмен, - тине ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика