Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
20+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Сәйәсәт
14 Декабря 2010, 12:07
Ноябрҙә киң мәғлүмәт саралары Башҡортостан һәм уның етәксеһе Рөстәм Хәмитов тураһында әүҙем яҙҙы
«Интегрум» агентлығы мәғлүмәте буйынса федераль һәм республика киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләргә контент-анализ үткәрелгән. Мониторинг ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тематика һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһындағы бүлектәр буйынса үткәрелгән.
Анализ федераль һәм республика киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тураһындағы мәҡәләләр иҫәбенең 505-кә етеүен күрһәткән. 189 хәбәр ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар мәсьәләләренә арналған, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған мәҡәләләр иҫәбе иһә - 419.
Башҡортостан Республикаһы Президенты хаҡындағы мәҡәләләрҙең дөйөм иҫәбенән 408 материал ыңғай баһа менән бирелгән, кире баһалы мәҡәләләр өлөшөнә дүрт материал тура килә, ҡалған 93-ө – төбәк башлығы эшмәкәрлегенә нейтраль баһалы мәҡәләләр.
Республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл-ваҡиғалар буйынса мәҡәләләрҙең модаллеген ҡараһаҡ, 189 мәҡәләнең күбеһе, анығыраҡ әйткәндә 92-һе, нейтраль характерҙа, 86 материал ыңғай баһа менән яҙылған, 11 – кире баһалы.
Социаль-иҡтисади тематикаға килгәндә, бында ыңғай материалдар 206 мәҡәлә тәшкил итә, 118 материал нейтраль контекста яҙылған, был тематикаға кире баһа менән 95 мәҡәлә сыҡҡан.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
контент-анализ
Читайте нас