Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
12:15 (UTC+5), 14 Декабря 2010

Муниципаль һайлауҙарҙа пропорциональ системаны индереүсе закон проекты

Марина Шумилова
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына муниципаль һайлауҙарҙа пропорциональ системаны файҙаланыуҙы ҡараған Федераль закон проектын индерҙе, тип хәбәр итте Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Был вәкәләтле органдары кәмендә 20 депутат һайлаған муниципаль берәмектәргә ҡағыла. Закон проекты 30 ноябрҙә иғлан ителгән дәүләт башлығының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыуға, урындарҙа сәйәси конкуренцияны үҫтереүгә һәм партияларҙың халыҡ алдында яуаплылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Үҙгәрештәр менән бәйле, фракцияларға ингән депутаттарға һәм муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарындағы фракцияларға талаптар билдәләнәсәк. Был талаптар депутаттар һәм Рәсәй субъекттарының дәүләт власы ҡануниәт органдарындағы фракциялар өсөн билдәләнгән талаптарға оҡшаш. Атап әйткәндә, фракцияға кандидаттар исемлеге составында һайланған бөтә депутаттар инә, шулай уҡ бер мандатлы йәки күп мандатлы һайлау округтары буйынса һайланған депутаттар инеүе мөмкин. Фракция кандидаттар исемлеге составында һайланған бер депутаттан торорға ла мөмкин.
Кандидаттар исемлеге составында һайланған депутат фракциянан сыға алмай. Был талаптарҙы күҙәтмәү депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға килтерәсәк.
Күрһәтелгән үҙгәрештәр 1,2 мең вәкәләтле урындағы үҙидара органына ҡағыласаҡ. Башҡортостанда был үҙгәрештәр ҡала округтары, ҡала биләмәләре һәм муниципаль райондар Советтарына ҡағыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика