04:18 (UTC+5), 09 Декабря 2010

Рөстәм Хәмитов: «Предприятиелар етәкселәре хеҙмәт коллективтарындағы сәләмәт әхлаҡи-психологик климат өсөн яуаплы»

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика предприятиелары етәкселәрен хеҙмәт коллективтарындағы әхләҡи хәлде күҙәтергә һәм производствола шәхес-ара низағтарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. Рөстәм Хәмитовтың ошондай белдереү менән сығыш яһауы Башҡортостан Президенты блогына атаһының эштәге коллегаһы менән бәхәсе хаҡында ялыу яҙған Аделина Исхаҡоваға ҡарата суд тикшереүе алып барылыуға бәйле.
“Суд алдында кемдең хаҡлы, кемдең ғәйепле булыуын тикшереү бурысы тора һәм уға баҫым яһалырға тейеш түгел. Шулай ҙа мин был эште иғтибар менән күҙәтәм һәм етештереү подразделениеһы начальнигы хеҙмәткәрҙәр араһында низағҡа юл ҡуймау буйынса ваҡытында сара күргән булһа, бындай хәл килеп сыҡмаҫ ине тигән фекерҙәмен. Хеҙмәт коллективтарында сәләмәт әхләҡи-психологик климат тәьмин итеү бурысы етәкселәргә йөкмәтелә”, – тине Рөстәм Хәмитов.
“Минең блогым ихлас һәм конструктив аралашыу өсөн тәғәйенләнә. Республика халҡының хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре боҙолоу тураһындағы белдереүҙәренең барыһын да шәхси контролгә алам”, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитовтың блогына килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай ҙа тикшереү барышында раҫланмаған мәғлүмәттәр урынлаштырыу осраҡтары ла булды, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика