08:27 (UTC+5), 07 Декабря 2010

Рөстәм Хәмитов ғалим-иҡтисадсылар менән осрашты

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисад институты директорының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Дмитрий Сорокин, Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең (Новосибирск) Иҡтисад һәм сәнәғәт производствоһын ойоштороу институты директоры урынбаҫары Виктор Суслов менән осрашыуы ваҡытында илдең төп ғалимдары тәҡдим иткән иҡтисад моделдәрен ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып барылды. Осрашыуҙа шулай уҡ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев ҡатнашты.
Республика башлығы, бөгөн һәр төбәк алдында модернизациялау, технологик һәм иҡтисади яңыртыу бурысы тора, тип билдәләне.
— Башҡортостан эштәрҙең әлеге торошон ҡайтанан ҡарау этабында, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә төбәк иҡтисадын үҫтереү буйынса һеҙҙең тәҡтимдәрегеҙ ҡыҙыҡлы, тәғәйен ҡайһы берҙәрен ҡулланырға әҙербеҙ.
Ғалимдар Башҡортостандың комплекслы үҫеш стратегияһы кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Был ҙур ҡатмарлы бурыс һәм уны дөйөм тырышлыҡ менән хәл итергә кәрәк, — тип иҫәпләй Дмитрий Сорокин. — Уңыштарға өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, бөгөн бер урында тапанырға ярамай. Шул саҡта ғына конкуренцияға һәләтлелек һаҡланасаҡ.
Бүләк итеп академик махсус рәүештә Президент китапханаһы өсөн Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институты ғалимдарының һуңғы бер нисә йылдағы хеҙмәттәрен бүләк итте. Рөстәм Зәки улы, бүләк өсөн рәхмәт әйтеп, мотлаҡ уҡып сығасаҡмын, тине.
Илдең һәм БДБ илдәренең төп ғалимдары Өфөгә “Мәғариф, фән һәм модернизация” Яңы иҡтисади ассоциацияһының Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы базаһында үткән Йыллыҡ тематик конференцияһының төбәк сессияһында ҡатнашыу өсөн килгән.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика