12:26 (UTC+5), 03 Декабря 2010

Татарстан Дәүләт Советы делегацияһының Башҡортостанға сәфәре

"Башинформ"
Бөгөн, 3 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 1997 йылдың 22 мартындағы ике күрше республиканың Ҡануниәт органдары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүен артабан үҫтереү маҡсатында килгән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы делегацияһын ҡабул итә.
Һуңғы тапҡыр бындай осрашыу 2003 йылдың декабрендә үткәрелгәйне – Татарстан парламентарийҙары Өфөгә килеп, хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында Протоколға ҡул ҡуйылғайны, килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм ойошторолғайны.
Программала республика парламентының профилле комитеттарында осрашыуҙар ҡаралған, унда депутаттар — Татарстан һәм Башҡортостан парламенттарының профилле комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары берҙәм хоҡуҡ майҙанын киңәйтеүҙә, берлектәге закон проекттары әҙерләүҙә һәм һайлаусылар мәнфәғәтендә закондарҙы һөҙөмтәле бойомға ашырыуҙа хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Программаның икенсе өлөшөндә Башҡортостан менән Татарстан ҡануниәтселәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһы ҡаралған. Килешеүгә республикалар парламенттары етәкселәре Константин Толкачев менән Фәрид Мөхәмәтшин ҡул ҡуясаҡ.
Ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостан парламентының эш тәжрибәһе менән танышасаҡ, республиканың ҡануниәт органы тарихы музейына барасаҡ. Археология һәм этнография музейына барыу, Өфө «Нур» дәүләт татар театрының ижади коллективы менән осрашыу планлаштырылған, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика