Өфөгә Рәсәй милли дизайн академияһы президенты, «Европа» нәшриәтенең генераль директоры Вячеслав Глазычев килде.
Бөгөнгө көндө Вячеслав Глазычев Салауат ҡалаһында үткәрәсәк. Бында ул ҡала етәкселеге, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән осрашасаҡ. Ҡаланы ҡараясаҡ, сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышасаҡ.
Иртәгә Вячеслав Глазычев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашасаҡ.
Вячеслав Леонидович Глазычев 1940 йылдың 26 февралендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1963 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. Философия фәндәре кандидаты. Сәнғәтте өйрәнеү фәндәре докторы.
1991 йылдан – Мәскәү архитектура институты (МАРХИ) профессоры.
2000-2005 йылдарҙа – Волга буйы федераль округы Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми етәксеһе.
2005-2008 йылдарҙа – «Реальная политика» телевизион программаһын алып барыусы (НТВ каналында).
Рәсәй Архитекторҙар союзы, Рәсәй Дизайнерҙар союза ағзаһы. Халыҡ-ара Архитектура Академияһының һәм Зальцбург ҡалаларҙы планлаштырыу семинарының мөхбир ағзаһы.
2005 йылдың мартында Рәсәй милли дизайн академияһы президенты итеп һайлана.
«Европа» нәшриәтенең генераль директоры.
Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы (2005 йылдан). Атом энергияһы буйынса федераль агентлыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы (2005 йылдан). Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы (2007 йылдан). Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының күҙәтеү советы ағзаһы (2007 йылдан). Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм демографик сәйәсәт советы эргәһендәге Эксперт советы ағзаһы (2007 йылдан).
Вячеслав Глазычев — 15 монография һәм 500-ҙән ашыу мәҡәлә авторы.
Уларҙың күбеһен http://www.glazychev.ru/ адресы буйынса табырға мөмкин
2006-2007 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәктәр үҫеше һәм урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.
2008-2009 йылдарҙа — РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Төбәктәр үҫеше буйынса комиссия рәйесе.
«Европа» нәшриәте” коммерция булмаған партнерлығы Мәскәүҙә 2005 йылда ойошторола. Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре – сәйәси ағартыу, граждандар йәмғиәте институттарын һәм Европа дәүләте булараҡ Рәсәйҙең сәйәси системаһын нығытыу.
Рәсәй милли дизайн академияһы 2005 йылда ойошторола. Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре –Рәсәй дизайнерҙары профессиональ берләшмәһе мәнфәғәттәрен алға һөрөү һәм күрһәтеү.