11:25 (UTC+5), 30 Ноября 2010

Өфөлә ғаилә балалар баҡсаһын ойоштороуға ике меңгә яҡын ғаилә пособие ала аласаҡ

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындар етешмәүе менән бәйле хәлде яҡшыртырға ҡушыуын үтәү маҡсатында, Өфөлә балалары балалар баҡсаһына йөрөмәгән ғаиләләргә пособие түләнә башланы.
Түләүҙәр заявка буйынса башҡарыла һәм 2010 йылдың 1 октябренән уларҙы 400 самаһы ғаилә ала башлаған. Пособие суммаһы 3000 һум тәшкил итә. Өфө бюджеты менән 2011 йылға 2000 ғаиләгә пособие түләү планлаштырылған.
Пособиеларҙы, атап әйткәндә, ғаилә балалар баҡсаларын ойоштороуға йүнәлтергә мөмкин. Улар, ҡағиҙә булараҡ, үҙҙәренең балалары булған ғаиләләрҙә ойошторола. Әлеге ваҡытта Өфөлә бындай 27 төркөм эшләй, уларҙа 85 бала тәрбиәләнә.
Ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән мәктәпкәсә төркөмдәр ҙә (ә ҡалала бындай 46 төркөм бар) балалар баҡсаларына альтернатива була ала. Унда 600 бала йөрөй. Бындай төркөмдәр балалар баҡсаларында ойошторола һәм тулы булмаған эш көнө графигында эшләгән ата-әсәләр өсөн уңайлы.
Әлеге ваҡытта балалар баҡсаларында урын етешмәү проблемаһын хәл итеүҙең бындай формалары республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдарында ла әҙерләнә, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Белешмә өсөн. Башҡортостандың бөтә ҡаларында һәм ауылдарында балалар баҡсаһына урын алыуға 50,4 мең ғаилә сиратта тора (Өфөлә 17 мең). Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына республикала 165,5 мең бала йөрөй (Өфөлә 39,2 мең бала).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика