10:41 (UTC+5), 30 Ноября 2010

Дмитрий Медведев балалар баҡсалары етешмәү проблемаһын хәл итергә саҡырҙы

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә балалар баҡсаларында урындар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә саҡырҙы. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, быйыл йыл башына бөтә ил буйлап 1,684 миллион бала балалар баҡсаһына сиратта тора.
— Йыш ҡына был сиратҡа ата-әсә балаһы тыуғансы уҡ яҙылып ҡуя, — тине Президент. — Тап балалар баҡсаһында урындар етешмәү арҡаһында йәш ғаиләләр бала табыуҙан баш тарта йәки бер бала менән генә сикләнә.
Проблеманы хәл итеү өсөн, Дмитрий Медведев фекеренсә, беренсенән, иҫкеләрен реконструкцияларға һәм заманса талаптарға яуап биргән яңы балалар баҡсалары төҙөргә һәм уларға ярашлы биналарҙы бирергә кәрәк.
— Бында телгә алынған талаптар нигеҙле һәм тормошҡа ашырырлыҡ булырға тейеш, — тип иҫәпләй Президент. — Шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формаларын, шул иҫәптән дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениелары һәм ғаилә балалар баҡсалары системаһын яҡларға, бынан тыш, балалар баҡсаһына йөрөмәгән балалар өсөн дөйөм белем биреү мәктәптәренең мәктәпкәсә тиклемге төркөмдәрен булдырырға кәрәк.
Был проблема беҙҙең республика өсөн айырыуса көнүҙәк. Беҙҙә бөгөн 50 меңгә яҡын кеше балалар баҡсаһына сиратта тора. Уны хәл итеү өсөн 2011 йылда Башҡортостанда республика бюджетынан 2,5 миллиард һум самаһы аҡса бүлергә планлаштыралар. Был турала республика Президенты Рөстәм Хәмитов күп таҡырҙар телгә алды. Уның әйтеүенсә, республика район һәм ҡалалары хакимиәт башлыҡтары алдында ла балалар баҡсаларында урын етешмәүен ғаиләләргә айына ике-өс мең һум күләмендә матди пособие түләү юлы менән компенсациялау бурысы тора. Был, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, ҙур булмаған ғаилә балалар баҡсалары ойоштороу мөмкинлеге бирәсәк. Дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, яҡындағы өс йылда Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениелар төҙөүгә һәм реконструкциялауға туғыҙ миллиард һум самаһы аҡса бүлергә планлаштырыла. Был балалар баҡсаһына сиратта тороусылар һанын 30-35 меңгә тиклем кәметергә ярҙам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика