11:45 (UTC+5), 29 Ноября 2010

Төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары Союзының киләһе конференцияһы Астанала үтәсәк

Әлим Фәйезов | фото: Әлим Фәйезов
Төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары союзының (ТКА) киләһе конференцияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы – Астанала үтәсәк. Уҙған ял көндәрендә был Союздың Истанбулда үткән ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Уның эшендә Союзға ингән "Анадолу" (Анталия агентлығы, Төркиә), «АзерТАдж» (Азербайжан),"Казинформ" (Ҡаҙағстан), ТАК (Төньяҡ Кипр), «Башинформ» (Башҡортостан), «Татар-информ» (Татарстан) мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре ҡатнашты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан ултырышта баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров ҡатнашты.
Ҡаҙағстан Республикаһының "Казинформ" мәғлүмәт агентлығы генераль директоры Даурен Дияров Төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары вәкилдәре ултырышында ҡатнашыусыларға "Казинформ" киләһе йыл конференцияны Астанала үткәрергә әҙер булыуын белдерҙе һәм ТКА ағзаларын унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Истанбулдағы ултырышта, ТКА төрки телле илдәрҙең берләшеүенә булышлыҡ итә, мәғлүмәт майҙанын киңәйтә, мәғлүмәт агентлыҡтарының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу яғынан файҙалы, тип тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алынды. ТКА-ның өс йыл элек асылған www.tkaonline.org сайты ТКА ағзаһы булып торған агентлыҡтар эшләгән төбәктәрҙә барған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт биреү мөмкинлеге бирә. Сайтты камиллаштырыу, уны тулыландырыу, уның таҫмаһына килгән мәғлүмәтте тәржемә итеү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны.
Истанбул ултырышында ҡатнашыусылар шулай уҡ Азия һәм Тымыҡ океан илдәре мәғлүмәт агентлыҡтары ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының «Истанбул – Европаның мәҙәни баш ҡалаһы 2010» конференцияһында ла ҡатнашты. Башҡортостан һәм Татарстан (Рәсәй) вәкилдәре – «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров һәм «Татар-информ» агентлығының башҡарыусы директоры Динар Ғарипов күҙәтеүсе ҡунаҡтар сифатында OANA ултырыштарында ҡатнашты.
Истанбулда OANA форумында донъяның төрлө илдәренән 43 мәғлүмәт агентлығы ҡатнашты. Инеш һүҙ менән конференцияны асып, Анталия агентлығы генераль директоры Хильми Бенги быйыл 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән агентлыҡтың эшмәкәрлеге һәм халыҡ-ара бәйләнештәре хаҡында тәфсирләп һөйләне.
Төркиәнең премьер-министры урынбаҫары, дәүләт министры Бюлент Арынч ҡунаҡтарҙы Төркиә хөкүмәте исеменән тәбрикләне. Ул глобалләштереү үҫә барған шарттарҙа йәмғиәт тормошонда мәғлүмәт агентлыҡтарының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Форумда докладтар менән сығыш яһаусы АзерТАдж генераль директоры Аслан Асланов, ИТАР-ТАСС агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Михаил Гусман, ИРНА агентлығы генераль директоры Али Акбар Джаванфекр Шахри, Индонезияның "Антара" агентлығы генераль директоры Әхмәд Мөхлис Йософ һәм башҡалар цивилизацияларҙы һәм халыҡтарҙы яҡынайтыуҙа мәғлүмәт агентлыҡтарының роле хаҡында һөйләне.
Һуңғы өс йылда OANA-ға Индонезия рәйеслек итте, хәҙер киләһе өс йылда унда Төркиә рәйеслек итәсәк. Индонезияның "Антара" агентлығы генераль директоры Әхмәд Мөхлис Йософ был ойошма менән идара итеү дилбегәһен Анталия агентлығының генераль директоры Хильми Бенгиға тапшырҙы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика