Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2010, 10:10

Декабрҙә бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре «ун өсөнсө» эш хаҡы аласаҡ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Республиканың дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, декабрҙә бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре бер оклад күләмендә бер тапкыр бирелә торған түләүҙәр аласаҡ.
Республика Хөкүмәтенә был указды ғәмәлгә ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслауҙың күләмдәрен һәм сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Урындағы үҙидара органдарына бюджет хеҙмәткәрҙәренә премиялар биреү тураһында ошондай ҡарарҙар ҡабул итергә тәҡдим ителде.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: