Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
74.23
+4.87
19+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2010, 11:34
Бюджет хеҙмәткәрҙәре санатор-курорт дауаланыуға бушлай путевка ала аласаҡ
Башҡортостан профсоюздары тырышлығы менән хәҙер бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре санатор-курорт дауаланыуға бушлай путевкаларҙы элеккегә ҡарағанда күберәк ала аласаҡ, тип хәбәр итә БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәте.
БР Хөкүмәтенең 2009 йылда ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһы дәүләт учреждениелары белгестәрен санатор-курорт дауалау менән тәьмин итеү буйынса социаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү тәртибен раҫлау тураһында» Ҡарарында путевкалар бүлеү нормаһында 100 мохтаж булыусыға бер бушлай путевка бүлеү ҡарала. Республика профсоюздары был норманы үҙгәртеүҙе һәм 100 эшләүсегә бер путевка бүлеүҙе талап итте. Был күберәк бюджет хеҙмәткәрҙәрен санатор-курорт дауалау менән “солғап алырға” мөмкинлек бирәсәк.
Быйыл республика бюджетынан был маҡсаттарға 7,7 миллион һум аҡса бүленде, был бюджет өлкәһендә эшләүсе 555 хеҙмәткәргә санатор-курорт учреждениеларында сәләмәтлеген нығытырға булышлыҡ итәсәк. Ике аҙна ял итеү һәм кәрәкле дауаланыу алыу мөмкинлеге 29 ноябрҙән үк башлап бирелә. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда дәүләт учреждениеларында 59957 хеҙмәткәр эшләй.
Өфө өс яҡлы комиссияһы сиктәрендә профсоюздар Өфө ҡалаһы ҡала округы муниципаль учреждениелары белгестәрен санатор-курорт дауалау менән тәьмин итеү буйынса социаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү тәртибен раҫланы. Уға ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарынан Өфөнөң бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре лә ошондай уҡ принцип буйынса санатор-курот дауалауы менән тәьмин ителәсәк.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
профсоюздар
Читайте нас: