Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Ноябрь 2010, 09:39

Рөстәм Хәмитов: Эш хаҡын күтәреү – республика Хөкүмәтенең төп йүнәлештәренең береһе

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Өс яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарынан бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь эш хаҡы айына 5500 һум күләмендә билдәләнде. Яңылыҡ федераль бюджеттан финансланған ойошмаларға ҡағылмаясаҡ.
Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Анатолий Бондарук һәм БР Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом ҡул ҡуйҙы.
Минималь эш хаҡы күләме республика бюджеты средстволары, бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә тәьмин ителә.
Килешеү республиканың Килешеү төҙөгән йәки уға ҡушылған индивидуаль эшҡыуарҙарына ла ҡағыла.
Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң уға аңлатма биреп, республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып эш хаҡын күтәреү тора, тип тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостан эш хаҡы кимәле буйынса Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй һәм Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 23 процентҡа ҡалыша. Бының менән һис тә килешергә ярамай, тип билдәләне Президент. Был проблеманы хәл итеү өсөн тәүге аҙым – хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 5500 һумға тиклем арттырыу. Был айҡанлы бәхәстәр һәм дискуссиялар күп булды, әммә ахыр килеп, ҡарар ҡабул ителде. Был эш системалы характерҙа буласаҡ, һәм 2015 йылға, тип иҫкәртте Рөстәм Хәмитов, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле бер ярым тапҡырға артасаҡ. Президент 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем бюджет хеҙмәткәрҙәренә бер оклад күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнәсәге тураһында ла тағы бер тапҡыр иҫкәртеп уҙҙы. Был маҡсаттарға 1 млрд. 400 млн. һум аҡса бүленә. Бынан тыш, мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре сифатлы хеҙмәте өсөн тағы 680 млн. һум аҡса аласаҡ. 2011 йылдың 1 июненән республиканың бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 6,5 процентҡа арттырыла. Был күтәреүгә тағы 1,4 млрд. һум аҡса резервҡа һалынған.
БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов Рөстәм Хәмитовҡа минималь эш хаҡы күләмен 5500 һумға тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. "Президентыбыҙ халыҡ тауышын ишетеүгә шатмын. Беҙ быға оҙаҡ килдек, һәм бына, ахыр килеп, ҡарар ҡабул ителде", — тине Башҡортостан профсоюздары лидеры.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: