05:00 (UTC+5), 23 Ноября 2010

Рәсәй-Швейцария протоколына РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллегендә ҡул ҡуйылды

Павел Щербаков | фото: Азат Ғәфүров
Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Рәсәй Федерацияһы менән Швейцария Конфедерацияһы араһында Сауҙа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса аралаш Хөкүмәт-ара комиссияның XII сессияһы үткәрелде. Был халыҡ-ара осрашыу Рәсәй яғынан РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко һәм Швейцария яғынан Швейцария Федераль иҡтисад департаментының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты етәксеһе Рюль Бурци ханым рәйеслегендә үтте. Сессияла РФ Хөкүмәте, федераль министрлыҡтар, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, “Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй Банкы, “Внешэкономбанк”, Башҡортостан Республикаһы һәм Калуга өлкәһе вәкилдәре, Швейцария Федераль иҡтисад департаменты, «ЭкономиСуисс» Швейцария эшлекле союзы, Швейцария Бәләкәй һәм урта бизнес тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү ойошмаһы һәм Швейцарияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре ҡатнашты.
Яҡтар 2010 йылдың 26 авгусында Сочиҙа юғары кимәлдә — Рәсәй һәм Швейцария Президенттарының һуңғы осрашыуы ваҡытында билдәләнгән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Ул саҡта яҡтарҙың 2011-2013 йылдарға эш планына ҡул ҡуйылғайны. Сессияның йомғаҡлау протоколында яҡтар Рәсәй менән Швейцария араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе, машиналар эшләү, химия һәм фармацевтика сәнәғәте, транспорт, туризм, нанотехнологиялар, бизнес-инкубаторҙар һәм технопарктар селтәрен үҫтереү өлкәһендә, финанс секторында хеҙмәттәшлек перспективаларын билдәләне, яҡын араларҙа Фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә, иҡтисадты модернизациялау, Дәртләндереү һәм капитал һалыуҙарҙы яҡлау тураһында ике яҡлы килешеүҙе яңыртыу маҡсатында Рәсәй-Швейцария хеҙмәттәшлеге тураһында декларацияға, Икеләтә һалым һалыуға юл ҡуймау тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға теләк белдерҙе, Рәсәйҙең Бөтә донъя Сауҙа ойошмаһы һәм Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы ағзаһы булып торған илдәр менән мөнәсәбәттәренә бәйле мәсьәләләрҙе ҡараны.
Башҡортостан бында ике ил хеҙмәттәшлеген ойоштороуҙа иң әүҙем ҡатнашыусы төбәктәрҙең береһе тип аталды. Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе ойоштороуҙа беҙҙең төбәккә айырым роль бирелде, шуға бәйле сессия Мәскәүҙә республиканың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткәрелде лә. Башҡортостан вәкиле — вице-премьер, Башҡортостан Республикаһының финанс министры Айрат Ғәскәров — Рәсәй төбәктәре вәкилдәренән ул бер үҙе бына бер нисә йыл инде ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса Эшсе төркөмдөң Рәсәй яғы Рәйесе булып тора. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан Республикаһын һәм Швейцария Конфедерацияһын күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек, унан да бигерәк күп нәмәләр вәғәҙә итеүсе перспективалар бәйләй. Республика менән Швейцарияның тышҡы сауҙа әйләнеше әлегә ҙур түгел (иң юғары һөҙөмтәгә 2006 йылда өлгәшелгәйне — 368,7 миллион АҠШ доллары), әммә бөгөн республикаға Швейцариянан машиналар эшләү продукцияһы, металдан изделиелар, медтехника ярайһы уҡ әүҙем индерелә, Швейцарияға республиканан химия продукттары сығарыла. Белгестәр республикала Швейцариянан юғары технологияларҙың уңышлы индерелеүен билдәләй – мәҫәлән, Өфө трансформатор заводында Швейцария ҡорамалдары ҡуйылған. Үҙ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлектең тағы бер нисә яңы линияһы эшкәртелә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика