07:20 (UTC+5), 23 Ноября 2010

Федераль киң мәғлүмәт сараларында Рөстәм Хәмитовтың рейтингы өс пунктҡа күтәрелде

"Башинформ"
"Медиалогия" компанияһы менән REGNUM Яңылыҡтар агентлығының берлектәге "2010 йылдың октябрендә киң мәғлүмәт сараларында төбәк башлыҡтары" проектында Рәсәй төбәктәре башлыҡтары араһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рейтингы үҙәк киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр һаны буйынса өс пунктҡа күтәрелде һәм 13-сө урында нығынды. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы 40 төбәк губернаторы рейтингында үҙәк киң мәғлүмәт сараларында ыңғай мәғлүмәт индексы буйынса 11-се урынды биләй.
РФ төбәктәре башлыҡтарының топ-40 рейтингында төбәк киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр һаны буйынса Рөстәм Хәмитов 12-се урынды биләне (сентябрь менән сағыштырғанда үҫеш алты пунктҡа). РФ Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтарының топ-10 рейтингында Волга буйы федераль округы буйынса киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр һаны буйынса Рөстәм Хәмитов дүртенсе урындан өсөнсө урынға күтәрелде. Волга буйы федераль округында ыңғай мәғлүмәт индексы буйынса ул дүртенсе позицияны биләй.
2010 йылдың июленән үҙәк киң мәғлүмәт сараларында Рөстәм Хәмитов тураһында бөтәһе 414 тапҡыр, төбәк киң мәғлүмәт сараларында 565 тапҡыр телгә алынды, тип хәбәр итә REGNUM агентлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика