12:45 (UTC+5), 17 Ноября 2010

Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп Рәмил Бохаров тәғәйенләнде

Марина Шумилова
17 ноябрҙә Ғафури районы муниципаль район Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рәмил Бохаров тәғәйенләнде.
Рәмил Зәкәриә улы Бохаров 1954 йылда Ғафури районының Үтәк ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1976 йылда Ғафури районының «Егән» колхозы баш инженеры булып башлай. 1986 йылдан 1989 йылға тиклем һәм 1990 – 1997 йылдарҙа ошо колхоздың рәйесе була. 1989 – 1990 йылдарҙа КПСС-тың Ғафури район комитетының икенсе секретары булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Рәмил Бохаров Стәрлетамаҡта эшләй. 1997 – 2008 йылдарҙа – «Каучук» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, ә 2008 йылдан — «Жилкомсервис» Идара итеүсе компанияһы муниципаль унитар предприятиеһы директоры.
Рәмил Бохаровты районда яҡшы беләләр, уны эш һөйөүсәнлеге, кешелеклелеге, әҙәплелеге өсөн ихтирам итәләр. Район Советы депутаттары, Рәмил Бохаровты район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләп, яҡташтарына яңы вазифаһында уңыштар теләне һәм тыуған яғында ыңғай үҙгәрештәргә өмөт белдерҙе.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика