07:10 (UTC+5), 15 Ноября 2010

Өфө 2011 йылда ла «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы юлдары» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡ

Марина Шумилова | фото: Азат Саҙриев
Өфө 2011 йылда ла «Берҙәм Рәсәй» ҙең яңы юлдары” партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ярҙам аласаҡ. Партияның Төбәк советы Президиумы ултырышында ошо турала һүҙ алып барылды.
Проект ил масштабында 2007 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн ул 32 ҡалала – край һәм өлкә үҙәктәрендә алып барыла. 2009 йылда проект сиктәрендә миллионлы ҡалалар, шул иҫәптән Өфө лә, юлдарҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә средстволар алды.
— Өфө юлдар төҙөү һәм ремонтлауҙы өҫтәмә финанслауға мохтаж, — тип билдәләне ултырышта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. — Проектҡа ярашлы 2009 йылда ҡалаға 493 миллион һум аҡса бүленде. Был средстволарға беҙ «Өфө-аэропорт» юлын тулыһынса реконструкцияланыҡ, ҡаланың юл селтәрҙәрен яңырттыҡ, Октябрь проспектын реконструкциялау үткәрелде, Жилин һәм Базилевкала юлдар төҙөлдө, Ташкисеү районында күпер һәм уға килеү юлдары һалынды.
Өфө мэры һүҙҙәренә ҡарағанда, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында проектты тормошҡа ашырыу киләһе йылда ла дауам иттереләсәк. Ҡала округы хакимиәте ҡаланың капиталь ремонтланырға тейешле урамдар исемлеген билдәләне лә инде. Улар — Зәки Вәлиди исемендәге, Комсомол, Рәсәй, Октябрҙең 50 йыллығы, Пушкин, Сипайлово, СССР-ҙың 50 йыллығы, Цюрупа һәм Киров урамдары.
2011 йылда Өфө «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы юлдары” партия проекты сиктәрендә 800 миллион һумға яҡын аҡса аласаҡ, тип көтөлә.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика