Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Ноябрь 2010, 11:25

Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 9 ноябрҙә Иваново ҡалаһында үткәрелгән «РФ субъекттарының һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программалары тураһында» кәңәшмәлә ҡатнашты. Видеоконференция режимында уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин алып барҙы. Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова, Федераль Йыйылыш, ҡайһы бер профилле ведомстволар вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәйҙең бөтә субъекттары башлыҡтары ҡатнашты.
Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау халыҡты хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртырға тейеш. РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына Рәсәйҙең бөтә субъекттарынан да тиерлек программалар проекттары килде. Модернизациялау программалары Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды субсидиялары, РФ субъекттарының тупланма бюджет средстволары, шулай уҡ территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фондтары бюджеттары средстволары иҫәбенә финансланасаҡ.
Республика һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы проекты, беренсе сиратта, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуҙы, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы, ҡала һәм район дауаханаларын йәш квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеүҙе, медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыуҙы, системаны мәғлүмәтләштереүҙе күҙ уңында тота.
Кәңәшмәлә Владимир Путин билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау һәм кешеләрҙең сәләмәтлеге һәр дәүләт өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Һуңғы бер нисә йылда илебеҙҙә был тармаҡта етди саралар күрелә. Мәҫәлән, “Сәләмәтлек” өҫтөнлөклө милли проекты. Биш йылда уны тормошҡа ашырыуға дәүләт 590 миллиард һум аҡса тотондо. Яҡындағы өс йылда тағы ла 446 миллиард һум бүленәсәк. Был проект менән бер рәттән 2011 йылдың 1 ғинуарынан илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау буйынса программа эшләй башлаясаҡ. Уны бойомға ашырыуға дәүләт бюджеты 460 миллиард һум күләмендә средстволар бүлә. Бынан тыш, дәүләт федераль һаулыҡ үҙәктәрен ағымдағы финанслауҙы үҙендә ҡалдыра.
РФ Хөкүмәте башлығы фекеренсә, һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға, беренсе сиратта, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға һәм арзанайтыуға йүнәлтелгән был программалар һәм проекттар комплексы Рәсәй тарихында иң күләмлеһе булып тора. Уларҙы тормошҡа ашырыу бөтә кимәлдәрҙә ҙур даими эш алып барыуҙы талап итә.
Үҙ сиратында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РФ субъекттарының һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программалары хаҡында кәңәшмә бик уңай тура килде, тип билдәләне. Тиҙҙән Өфөлә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса Республика Советының күсмә ултырышы үтәсәк.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: