06:32 (UTC+5), 02 Ноября 2010

Рөстәм Хәмитовтың рәсми сайты барлыҡҡа килде

Николай Ермоленко
Дүшәмбе, 1 ноябрҙә, Интернетта www.presidentrb.ru адресы буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рәсми сайты асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элек президент сайты функцияларын төбәк башлығы эшмәкәрлеге хаҡында ғына түгел, шулай уҡ республиканың тарихы, дәүләт һәм административ-территориаль ҡоролошо, тәбиғәте, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, федераль структуралар тураһында мәғлүмәттәр бирелгән Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәт порталы (www.bashkortostan.ru) үтәне.
Башҡортостандың иң юғары башлығының яңы, дөрөҫөрәге, тәүге персональ вазифауи сайты тик президент власы тармағына ғына арналған. Унда БР Президентының эшмәкәрлеге, уның статусы һәм вәкәләттәре, власть органдарының үҙ-ара хеҙмәттәшлек механизмдары, эске сәйәсәт, эш графигы менән танышырға мөмкин.
Яңы сайт БР Президенты Хакимиәтенең структураһы менән ентекле таныштыра. Ошонда уҡ «Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте тарафынан сығарылған норматив хоҡуҡи акттар» документтары банкы урынлаштырылған, бюджет средстволарын файҙаланыу тураһында мәғлүмәттәр, тикшереүҙәр, халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен, дәүләт заказдары, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, вакантлы визифаларҙы биләүгә конкурстар, ойошмалар, Президент ҡарамағындағы консультатив һәм кәңәшмә органдары, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Республика Советы, Президент Советы, урындағы үҙидара буйынса Совет, Башҡортостан Республикаһының коррупцияға, терроризмға һәм наркоманияға ҡаршы комиссиялары, Йәмәғәт контроле буйынса совет тураһында мәғлүмәттәр баҫыу ҡаралған.
«Матбуғат хеҙмәте» бүлегендә контакт мәғлүмәтенән тыш, БР Президентының эшмәкәрлеге һәм башланғыстары тураһында бөтә яңылыҡтарҙы, уның сығыштары, интервьюлары архивын, телеграммалар һәм ҡотлауҙарҙы, мөһим мәсьәләләр буйынса белдереүҙәрен, фото- һәм видеорепортаждар, табыштар һәм документтарҙың үтәлешенә контроль тураһында мәғлүмәттәр табырға мөмкин.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә ҙур урын бүленгән. Сайтта Президентҡа нисек хат яҙыу һәм ебәреү, ҡабул итеүгә эләгеү тураһында ентекле һөйләнелә. Күп проблемаларҙы «һорау – яуап», «норматив-хоҡуҡи база» рубрикалары хәл итергә ярҙам итәсәк.
Рөстәм Хәмитовтың республика халҡы менән туранан-тура аралашыуына элеккесә уның персональ блогы арналасаҡ, уның аша Башҡортостан башлығы йәнле диалог режимында туранан-тура мәғлүмәт ала.
БР Президентының оператив әҙерләнгән сайты, уны эшкәртеүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, объектив сәбәптәр арҡаһында яҡшыртыуға мохтаж. Унда әлегә электрон сираттар, электрон мөрәжәғәттәр системаһы кеүек файҙалы ҡорамалдар, башҡа ҡайһы бер ҡушымталар юҡ. Сайт менән тәүге файҙаланыусылар проектты яҡшыртыу мөмкинлектәренә эйә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика