16:08 (UTC+5), 01 Ноября 2010

Башҡортостан йәштәр берләшмәһенең 90 йыллығын билдәләнеләр

Светлана Ғәфүрова
Конгресс-холда Башҡортостан йәштәр йәмәғәт ойошмалары төҙөлөүгә 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә-концерт үтте. Ысынында иһә йәштәр хәрәкәте ветерандары был байрамды Башҡортостан комсомолының тыуған көнө тип атай. Һәм был бик принципиаль, сөнки ВЛКСМ илдә иң ҡеүәтле, иң күп һанлы һәм иң йоғонтоло йәштәр ойошмаһы булды. Бындай ойошма башҡа бер ҡасан да, донъяның бер илендә лә булмағандыр, моғайын.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика комсомол ойошмаһының тыуған көнө итеп рәсми рәүештә 1920 йылдың 18 октябре иҫәпләнә, ул көндө РКСМ-дың беренсе Бөтә Башҡортостан съезы үткәрелә.
Юбилейға арналған тантаналы сараны БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты. Ул республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың комсомол ветерандарына ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Һуңынан тантаналы рәүештә комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты байраҡтары индерелде.
Тәбрикләү телмәре менән ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының 1985-1987 йылдарҙағы беренсе секретары, ә хәҙер «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты Сергей Епифанцев сығыш яһаны. Сергей Николаевич Башҡортостан комсомолы ветерандарына ВЛКСМ Үҙәк Комитетының беренсе секретарҙары Евгений Тяжельниковтан, Борис Пастуховтан, Виктор Мишиндан ихлас ҡотлау һүҙҙәре тапшырҙы.
Һуңынан 60-сы, 70-се, 80-се йылдар комсомол лидерҙарының һәм хәҙерге республика йәштәр берләшмәләре лидерҙарының исемдәрен атап сыҡтылар. Бөгөн Башҡортостанда 70 йәштәр берләшмәһе теркәлгән, уларҙа 200 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Сағыштырыу өсөн: совет заманында республика комсомол ойошмаһында ярты миллиондан ашыу кеше иҫәпләнгән.
Комсомол реаль һәм ҡеүәтле лидерҙар әҙерләү мәктәбе булып торған. Конгресс-холда тантаналы кисәлә комсомол ветерандары, ә хәҙер республиканың күп министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, шул иҫәптән БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында төрлө йылдарҙа комсомолдың Башҡортостан өлкә комитетын етәкләгән Юрий Маслобоев, Наил Бәхтизин, Рафаэль Сафуанов, Өфөнөң һәм республиканың район һәм ҡала комсомол ойошмалары, сәнәғәт предприятиелары комсомол ойошмалары вәкилдәре, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, хәрбиҙәр, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре булды.
Тантаналы өлөштән һуң бейеү коллективтары, профессиональ йырсылар ҡатнашлығында концерт күрһәтелде. Хәҙерге ветерандарҙың комсомол йәшлеге осорондағы иң популяр йырҙар яңғыраны.
Кисә Конгресс-холл фойеһында дауам итте, унда комсомол ветерандары бер-береһе менән аралашты, Башҡортостан комсомолы тарихына арналған, комсомол ветерандарының шәхси архивтарынан эксклюзив фотографиялар ҡуйылған фотокүргәҙмәне ҡараны. Республиканың комсомол хәрәкәте лидерҙары ҡотлауҙар менән сығыш яһаны, данлы юбилей хөрмәтенә тостар әйтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика