06:19 (UTC+5), 28 Октября 2010

Силәбе өлкәһе башҡорттары үҙ мәҙәниәтенә ярҙам итеү планын билдәләне

Азамат Сөләймәнов, Евгений Рәхимҡолов
Силәбе өлкәһе башҡорттары “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһы ултырышында үҙ милли мәҙәниәтен үҫтереү пландарын билдәләне. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһы Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов һәм ике йәмәғәт ойошмаһының да ағзалары ҡатнашты.
Марсель Йосопов Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының яңы эш йүнәлештәрен –өлкәнең дәүләт власы органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары тормошонда иҡтисади яҡты үҫтереү – билдәләне. Ул шулай уҡ Башҡортостандың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында Силәбе өлкәһенән абитуриенттар өсөн техник белгеслектәр буйынса квоталар һанын арттырыу тураһында тәҡдим дә индерҙе.
Илгиз Солтанморатов “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының бурыстары һәм перспективалары хаҡында һөйләне. Ултырышта шулай уҡ “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһының һуңғы ярты йылдағы мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендәге эш һөҙөмтәләре һәм уның “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тикшерелде.
Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сафиуллин был ойошманың үҫеше йомғаҡтары һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре 2011 йылда эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса саралар, Башҡортостан Республикаһының иҫтәлекле даталарына арналған автомобилдәр ярыштары һәм башҡа саралар үткәрергә планлаштыра.
Ултырыш сиктәрендә шулай уҡ “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһы Башҡарма комитетының рәсми сайтын презентациялау үткәрелде.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика