08:34 (UTC+5), 26 Октября 2010

Конгресс-холда Башҡортостан Президентының матбуғат конференцияһы бара

Марина Шумилова
Өфө Конгресс-холында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика башлығы вазифаһында эшләүенең тәүге 100 көнө йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы бара.
Матбуғат конференцияһы федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарын йыйҙы. Уны БЮТ телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Конгрес-холл менән тура линияла — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллеге. Матбуғат конференцияһы ике сәғәткә яҡын барасаҡ.
Белешмә өсөн. Рөстәм Хәмитов 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһендә тыуған. 1971 йылда Өфөлә урта мәктәпте тамамлай, 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Өфөгә ҡайта, төрлө йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, Өфө авиация институтында эшләй. Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1994 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министры, Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек буйынса министры булып эшләй.
1999 йылда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү департаментын етәкләй. 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторы, һуңынан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
2003-2004 йылдарҙа РФ Һалымдар һәм йыйымдар министрлығында эшләй. 2004 йылда ул Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2009 йылдан «РусГидро» акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары уға Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә.
Рөстәм Хәмитов — техник фәндәр докторы, 100-ҙән фәнни баҫма авторы. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (1999), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2004), Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2008) менән наградланған.
Өйләнгән, ике бала тәрбиәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика