Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.6
+0.49
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Октябрь 2010, 10:49
Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Башҡортостан Президенты менән осрашты
Кесе йома, 21 октябрҙә, дәүләт башлығының «Горки-9» резиденцияһында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов үҙенең төбәк башлығы вазифаһында эшләүенең тәүге өс айы һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. «Республикала ил етәкселеге тарафынан ҡуйылған бөтә бурыстар ҙа үтәлә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Дмитрий Медведев республикала социаль программаларҙы, беренсе сиратта, өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгәндәрен бойомға ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Дәүләт башлығы ауыл ерендә йәшәүсе өлкәндәрҙе медицина хеҙмәтләндереүе һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү юҫығында эштәр нисек тороуына иғтибар йүнәлтте һәм, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереүҙең социаль ярҙамдың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булырға тейешлеген айырып билдәләне. Бөгөн фельдшер пункттарының хоҡуҡтары киңәйҙе. Атап әйткәндә, уларға халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирелде. Хәмитов бөгөнгө көндә Башҡортостанда меңдән артыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары булыуын, төбәктә уларҙы ремонтлау һәм яңыртыу буйынса маҡсатлы программа ғәмәлгә ашарылыуын билдәләп үтте.
Республика башлығы РФ Президентына бер нисә йыл инде Башҡортостан пенсионерҙары өсөн эшләп килгән «халыҡ университеттары» системаһы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, компьютер менән эшләргә өйрәтеү курстары айырыуса популяр. Әлә йөҙләгән пенсионер уҡып сыҡҡан, төбәк властары ярҙамында был эш дауам итәсәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ өлкәндәр өсөн 2011 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ яңы программа тураһында һөйләне. Пенсионерҙар өсөн республика бюджеты средстволары иҫәбенә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына туристик экскурсиялар ойоштороласаҡ.
Ил Президенты был башланғысты хупланы һәм әлегәсә Рәсәйҙә бындай проекттар хаҡында ишетмәүен, Башҡортостандың уны тормошҡа ашырыу буйынса тәүге һынау төбәге буласағы хаҡында әйтте. Дмитрий Медведев билдәләп үтеүенсә, Башҡортостандың үҙендә лә, күрше төбәктәрҙә лә иҫтәлекле урындар байтаҡ.
Рөстәм Хәмитов 2011 йылға Башҡортостан бюджетында өлкән йәштәге кешеләр менән социаль эш алып барыуҙың бындай төрҙәрен үҫтереүгә тиҫтәләгән миллион һум аҡса ҡаралыуын әйтте.
Автор:
«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Теги:
бр президенты осрашыуҙары
Читайте нас: