18:20 (UTC+5), 22 Октября 2010

Өфөлә халыҡ-ара Ислам конференцияһы тамамланды

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә барған 18 дәүләт вәкиле ҡатнашлығында «Волга-Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» IV Халыҡ-ара симпозиумы үҙ эшен тамамланы.
Был конференция йомғаҡтары буйынса Башҡорт дәүләт университеты Р.Ф. Талипов етәкселегендә «Волга-Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» исемле фәнни эштәр йыйынтығын сығарҙы. Йыйынтыҡта исламдың Волга-Урал төбәгендә этно-мәҙәни, тел һәм әҙәби-художество, белем биреү процестарына йоғонтоһо мәсьәләләре ҡарала. Симпозиумда ҡатнашыусылар, ислам Волга-Урал төбәге халыҡтарының ижтимағи-сәйәси һәм философик фекерен формалаштырыуға ғына түгел, шулай уҡ уларҙың матди мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһаны, тигән берҙәм һығымта яһаны. Хәҙерге тикшеренеүселәр Әхмәт-Зәки Вәлиди, Зәйнулла Рәсүлев, Риза Фәхретдинов кеүек күренекле дин әһелдәренең һәм ғалимдарының традицияларын дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика