Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:36 (UTC+5), 20 Октября 2010

Йәш парламентарийҙар Рәсәй Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерергә теләй

Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков
БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ултырышында «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 177-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон буйынса үҙҙәренең проектын республика парламентына ебәрергә ҡарар ителде.
Хеҙмәт кодексының ғәмәлдәге редакцияһында 173-176-сы статьялар менән ҡаралған өҫтәмә отпускыларға эш биреүсенең һәм хеҙмәткәрҙең килешеүе буйынса йыл һайын бирелә торған түләүле отпускылар ҡушылыуы мөмкин (177-се статьяның икенсе өлөшө). Ә РФ Конституцияһының 37-се статьяһының 5-се пункты хеҙмәт договоры буйынса эшләүсегә шул иҫәптән йыл һайын бирелә торған түләүле отпуск та гарантиялай. Тимәк, эшләү менән бер рәттән юғары йәки урта махсус белем биреү учреждениһында ла уҡыған хеҙмәткәрҙәр йыл һайын түләүле отпуск алыу хоҡуғына ла эйә, сөнки академик отпускыла хеҙмәткәрҙең ял итеүе ҡаралмаған.
Йәштәр йәмәғәт палатаһының сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы рәйесе Максим Пустовгаров, закон проекты менән таныштырып, күп предприятиеларҙа эш биреүселәр, отпуск өсөн түләүгә средстволарҙы экономиялау маҡсатында, хеҙмәткәрҙәрҙе сираттағы түләүле отпускыларын РФ Хеҙмәт кодексының 173-176-сы статьялары менән ҡаралған өҫтәмә отпускылар менән берләштерергә мәжбүр итә, тип билдәләне.
Мәжбүр итеү шуға ҡайтып ҡала: киләһе йылға йыл һайын бирелә торған түләүле отпускылар графигын төҙөгәндә эш биреүселәр уларҙы РФ Хеҙмәт кодексының 173-176-сы статьялары менән ҡаралған өҫтәмә отпускылар менән тап килерлек итеп төҙөй. Был, йәш парламентарий фекеренсә, Рәсәй Федерацияһының ялға конституцион гарантияларына бөтөнләй ҡаршы килә. Төҙәтмә ҡабул итеү эш биреүсе менән производствонан айырылмайынса профессиональ уҡыу йортонда уҡыусы хеҙмәткәр араһында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләйәсәк.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика