09:40 (UTC+5), 18 Октября 2010

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенә ҡаршы

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Мәскәү ваҡытына күсеү идеяһын яҡламай. Был турала ул үҙ блогында: http://community.livejournal.com/blog_rkhamitov/ – асыҡ белдерҙе.
Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһындағы мәсьәлә уҙған аҙнаның башында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышанан һуң әүҙем тикшерелә башланы. Уның депутаттарының береһе – Нәзиб Йәмилевтың респубиканың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһында закон проектын әҙерләүе тураһындағы хәбәр киң мәғлүмәт сараларында бик тиҙ таралды һәм күренекле ғалимдар, дәүләт власы органдары вәкилдәре һәм киң йәмәғәтселек яғынан башлыса ҡаршы сығыштар тыуҙырҙы. Етмәһә, Башҡортостанда ғына түгел, ә Мәскәүҙең үҙендә лә. Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүенең маҡсатҡа ярашһыҙлығы тураһында Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры урынбаҫары, география фәндәре докторы, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың сәғәт поястары һанын оптималләштереү буйынса ҡушҡан йөкләмәһен үтәүсе эшсе төркөм ағзаһы Аркадий Тишков һәм башҡа компетентлы кешеләр үҙ ҡарашын белдерҙе. Уларҙың дөйөм фекеренсә, төбәгебеҙ географик ваҡытҡа тап килгән ваҡыт буйынса йәшәй һәм уны үҙгәртеүҙең һис тә кәрәге юҡ. Етмәһә, бындай күсеүҙең иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығы бик шикле, ә яңы биологик ваҡытҡа ҡулайлашырға тура киләсәк халыҡ өсөн кире эҙемтәһе һис шикһеҙ буласаҡ. Бындай үҙгәртеүҙәрҙән бигерәк тә балалар һәм өлкән быуын кешеләре зыян күрәсәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостандың Мәскәү ваҡытына күсеүе тураһында бөтә хәбәрҙәр – депутаттарҙың береһенең генә шәхси фекере. «Хөкүмәт һәм президент кимәлдәрендә был тема бөтөнләй күтәрелмәне, бындай тикшереү планлаштырылмай ҙа — тип яҙҙы үҙ блогында республика башлығы. — Минең шәхси фекерем: Мәскәү ваҡытына күсеү маҡсатҡа ярашһыҙ. Беҙ дөрөҫ географик һәм биологик ваҡыт буйынса йәшәйбеҙ. Күсеүгә ҡаршы дәлилдәр етерлек килтерелде. Мин уларға ҡушылам».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика