09:48 (UTC+5), 15 Октября 2010

Ҡарламан халҡы Башҡортостан Президентына үҙ проблемалары хаҡында һөйләне

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районы буйлап эш сәфәре барышында Ҡарламан ауылына инде. Урындағы халыҡ уға үҙ проблемалары хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ҙур предприятие — «Ҡарламан шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте даими эшләмәй, дөйөм алғанда, йылына иң күбе ике ай эшләйҙер. Республика башлығы заводтың етештереү ҡеүәттәрен ҡарап сыҡты. Элекке йылдарҙа бында ҡуйыртылған һөт етештереү өсөн тәүлегенә 250 тонна һөт эшкәртелгән. Бөгөн – көс-хәл менән һигеҙ тонна йыйыла.
Предприятие хеҙмәтсәндәре һөйләүенсә, айына уларҙың эш көнө биш көндән артмай. Завод етәкселеге ҡыйынлыҡтарҙы сеймал етешмәү менән бәйләй. Ысынында иһә районда һөт менән тәьмин итеүселәр бар. Ләкин предприятие ҡуйған хаҡтар һәм ваҡытында иҫәп-хисап яһамау арҡаһында тәьмин итеүселәр заводҡа сеймал килтереүҙән баш тарта.
Коллектив предприятие милекселәрен белмәй. Рөстәм Хәмитов, заводҡа хужа кәрәк, инвесторҙар йәлеп итергә, бизнес-план төҙөргә кәрәк, тип билдәләне. Шулай уҡ республика ниндәй ярҙам күрһәтә алыуын да билдәләргә кәрәк.
— Ҡырмыҫҡалының ҡуйыртылған һөтө – ул, башҡорт балы кеүек үк, Башҡортостандың бренды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. – Шуның менән бәйле предприятиеның артабан үҫешеү һәм финанс сәләмәтләндереүе өсөн бөтә мөмкинлектәре бар.
Предприятие коллективы БР Президентына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. «Ҡарламан шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте асылда округта эш табырға мөмкин булған берҙән-бер предприятие булып тора. Ҡарламанда бөтәһе биш мең кеше йәшәй, шуларҙың бер меңе ошо предприятиела эшләй. Уның тотороҡло эшләүенә бөтә ауыл халҡының көнкүреше бәйләнгән.
Заводтан тыш, Ҡарламанда мәктәп тә авария хәлендә, республика башлығы уны ла ҡараны. Дауахана ла төҙөкләндереүҙе талап итә.
Рөстәм Хәмитов ҡарламандарға оҙаҡҡа һуҙмай килеп тыуған хәлдең айышына төшөнөргә вәғәҙә итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика