12:32 (UTC+5), 13 Октября 2010

Болгарияла Башҡортостан хаҡында рәсми сайт асылды

Евгений Рәхимҡолов
Болгарияла Башҡортостан-Болгария дуҫлығына арналған сайт асылды. «Башҡортостан — Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәтенең башҡарыусы директоры Татьяна Коробова хәбәр итеүенсә, был проектты Софиянан студент Симеон Гройсман эшләгән.
Бөгөн сайтта ике телдә – болгар һәм рус телдәрендә ике республиканың да визит карточкалары урынлаштырылды. Ошонда уҡ күптән түгел Өфөлә халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән ваҡиғалар – Республика көнө алдынан Болгария Республикаһы Президенты һәм Ҡораллы Көстәр юғары баш командующийы патронатындағы Милли комитеттан Өфө рассамдары – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Григорий Круглов менән Николай Супрунға һәм билдәле лингвист Леонид Васильевҡа «Фашизмды Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалдары тапшырыу, шулай уҡ Григорий Кругловтың эштәренән «Башҡортостан — Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәтендә ойошторолған күргәҙмә сағылыш тапты.
— Киләсәктә беҙҙең һәм Болгария яғынан бергәләп эшләгән осраҡта сайт һәр яҡлап үҫтереләсәк, — тине Татьяна Коробова. – Унда Балкан һәм Көньяҡ Урал халыҡтарының традициялары, байрамдары, сәнғәте, шулай уҡ «Башҡортостан – Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәтенең эше тураһында материалдар урынлаштырыласаҡ. Сайт ҡунаҡтары үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы темаларҙы тикшереүҙә ҡатнаша һәм үҙҙәренең темаларын тәҡдим итә аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан – Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәте бер нисә ай элек кенә ойошторолғайны, ләкин ошо ҙур булмаған ваҡыт эсендә ул бик әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерергә өлгөрҙө. Уның базаһында Болгарияның билдәле рәссамдары, ғалимдары, йәштәре һәм эшҡыуарлыҡ даирәләре менән осрашыуҙар ойошторолдо. Йәмғиәт балалар ижад конкурстары үткәрә, күргәҙмәләр ойоштора, хәйриә акцияларында ҡатнаша. Уның ишектәре болгар мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы өсөн дә асыҡ. Йәмғиәт Өфөлә Сочи урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан. Башҡорт-болгар дуҫлығы хаҡында http://bashkiriabulgaria.wordpress.com сайтында танышырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика