70.86
0
82.5
0
86
+0.47
5+ °C
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Октябрь 2010, 12:07

Башҡортостан парламентарийҙары аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде контролгә алды

Башҡортостан парламентарийҙары, хаҡтар мониторингын бойомға ашырыу буйынса эшсе төркөм төҙөп, республиканың аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде контролгә алды. Был турала даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте.
Төркөм составында – бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү тәжрибәһенә эйә булған депутаттар. Эшсе төркөм үҙ бурысын үтәүгә тотондо ла инде, ул ай һайын парламент Президиумына һәм йәмәғәтселеккә башҡарылған эш һөҙөмтәләре, парламент тәҡдим иткән саралар тураһында хәбәр итеп торасаҡ.
Автор:Николай Ермоленко