04:00 (UTC+5), 11 Октября 2010

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

"Башинформ"
11 октябрҙә Башҡортостанда дәүләт байрамы – Республика көнө билдәләнә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика халҡын был байрам менән ҡотлап, уның " ике тиҫтә йыл элек илдә башланған тәрән ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар менән тығыҙ бәйләнгән булыуын” билдәләне.
“Рәсәй Федерацияһы составында республиканың вәкәләттәре киңәйеү менән беҙҙә социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен үҙ аллы билдәләү, төбәк ҡануниәт системаһын булдырыу йәһәтенән реаль мөмкинлектәр асылды.
Вәкәләттәрен уңышлы тормошҡа ашырып, Башҡортостан федераль бюджеттың донор төбәктәре тиҫтәһенә инде. Мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт объекттары, юлдар һәм күперҙәр төҙөүгә, ауыл-ҡалаларға газ үткәреүгә ҙур средстволар бүленә. Күп кенә ҡала һәм ауылдарыбыҙ төҙөкләнде, замансаға әүерелде. Һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, фәндә, мәҙәниәт һәм спортта дәүләт ярҙамы программалары тормошҡа ашырыла. Республикала төрлө дин һәм милләт кешеләре тыныс һәм дуҫ йәшәй. Дөйөм тарихҡа, төбәгебеҙ халыҡтарының күп быуатлыҡ берҙәмлегенә һәм хеҙмәттәшлегенә нигеҙләнгән бай мәҙәни традициялар үҫә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдыбыҙҙа торған бөтә бурыстарыбыҙҙы ла тормошҡа ашыра алманыҡ. Фәҡирлек һәм эшһеҙлек кимәле ярайһы уҡ юғары, ауыл хужалығында һәм күп кенә сәнәғәт предприятиеларында, бюджет өлкәһе учреждениеларында хеҙмәткә түләү бик түбән булып ҡала. Иҡтисадтың сеймал йүнәлешендә булыуын еңеп сығыу, уны инновацион юлға баҫтырыу, төбәккә инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеү бурысы тора. Беҙ республикабыҙ менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең бурыс – Рәсәй һәм донъя иҡтисади киңлегендә лайыҡлы позицияларға өлгәшеү.
Эшҡыуарлыҡты, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидараның айырым иғтибар үҙәгендә.
Бөтә социаль инфраструктураны камиллаштырыу, мохтаждарға адреслы ярҙам, кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү эшмәкәрлегебеҙҙең өҫтөнлөктәре булып ҡала. Һаулыҡты нығытыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйһен өсөн артабан да шарттар булдырасаҡбыҙ, туристик комплексыбыҙҙың конкуренцияға һәләтен арттырасаҡбыҙ.
Ошо бурыстарҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә идара итеүҙең сифат йәһәтенән яңы моделенә күсергә кәрәк. Федераль үҙәк менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөү, властың бөтә кимәлдәрендә асыҡлыҡ һәм үтә күренеүсәнлек тәьмин итеү, уны кешеләргә яҡынайтыу зарур.
Граждандар йәмғиәте институттары ҡатнашмай, урындағы үҙидараны үҫтермәй тороп республиканың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошон модернизациялау мөмкин түгел. Шуға күрә сәйәси партияларҙың, йәмәғәт берекмәләренең, тыуған яҡтың именлеген яҡлаған бөтә граждандарҙың конструктив башланғыстарына һәм тәҡдимдәренә ҙур өмөттәр бағлана.
Беҙ гүзәл еребеҙ, уның һоҡланғыс тәбиғәте, бай тарихы, ә иң мөһиме – талантлы һәм тырыш халҡы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Бергәләп республикабыҙҙың сәскә атыуына өлгәшербеҙ, тип ышанам.
Ошо иҫтәлекле көндә яҡташтарыма, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына тырышлыҡ һалғандарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Һаулыҡ һәм именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем " — тиелә республика башлығының ҡотлауында.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика