Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Октябрь 2010, 16:37

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостан кешеләре толерантлы

Волга буйы федераль округындағы именлек органдары начальниктары Советының 42-се ултырышында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселектәге ҙур үҙгәрештәрҙән һуң республика халҡы торошона яҡшы баһа бирҙе.
«Халыҡ яңы хәлгә аңлап ҡарай, кешеләр башлыса толерантлы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең именлек, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары менән берлектәге эшебеҙ һөҙөмтә бирә. Кешеләр республиканың яңы етәкселеге яғына борола – беҙҙе, башланғыстарыбыҙҙы хуплай».
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республиканың хәҙерге етәкселеге үҙ эшенең маҡсаты итеп эшһеҙлекте кәметеүҙе ҡуя, ул республикала ярайһы уҡ юғары – иҫәпләүҙең халыҡ-ара методикаһы буйынса 9 процентҡа етә һәм ҡатмарлы, тарҡатыусы фактор булып тора.
Икенсе мөһим бурыс – уртаса эш хаҡын күтәреү, ул республикала 15,5 – 16 мең һум тәшкил итә. 7 октябрҙә Стәрлетамаҡҡа һәм Ишембайға эш сәфәре менән барғанында Президент кешеләрҙең конвейерҙа, химия предприятиеларының ауыр, газлы атмосфераһында эшләүен, ә уртасанан да кәмерәк — 10 – 12 мең эш хаҡы алыуын күрҙе.
«Шуға күрә беҙ хәҙер ҙур сәнәғәт предприятиелары менән индивидуаль эшләйбеҙ, комиссиялар төҙөнөк, уларға эш биреүселәрҙе саҡырабыҙ һәм хеҙмәткәрҙәребеҙгә эш хаҡын күтәреүҙе талап итәбеҙ », — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.
Торлаҡ мәсьәләһен дә ул бик ҡатмарлы тип атаны һәм «власть органдарына ышанмауға килтереүе ихтимал» тине.
Башҡортостан Президенты, һуңғы социологик тикшеренеүҙәр, республика халҡының федераль власҡа, шул иҫәптән Дәүләт Думаһына ышаныс кимәле ярайһы уҡ юғары булыуын күрһәтте, тип тип хәбәр итте.
«Былар барыһы ла республика халҡының башлыса аҡыллы, тыныс, ҡәҙимге кешеләр булыуы хаҡында һөйләй. Яңы республика власына мөнәсәбәт тә лайыҡлы, — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов. — 1-2 проценты ғына яңы кешеләр килеүен ҡырҡа кире ҡаға. Ләкин был нормаль күренеш, һәм беҙ уға тыныс ҡарайбыҙ».
Автор:Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: