08:59 (UTC+5), 08 Октябрь 2010

Башҡортостан татарҙары берләште

Марина Шумилова
Башҡортостандың татар йәмәғәт ойошмалары «Башҡортостан татарҙары» Йәмәғәт берләшмәләре союзына берләшә. Был турала 8 октябрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Ватаным» Бөтә Рәсәй коммерция булмаған партнерлығының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе Раил Әсәҙуллин менән Башҡортостан Республикаһы татарҙарының Төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рәмил Бигнов хәбәр итте.
Рәмил Бигнов, Башҡортостанда хәҙер йәмғиәтте демократлаштырыу бара, тип билдәләне. Быға миҫал – татар йәмәғәт ойошмаларының берләшеү тураһында инициативаһын властар ыңғай ҡабул итте.
— Беҙ көрәшергә йыйынмайбыҙ, беҙҙең төп бурыс – республикала йәшәүсе бөтә халыҡты конструктив инновацион эшкә көйләү, – тине Раил Әсәҙуллин. Ул ҡасандыр халыҡтар дуҫлығы эталоны булып торған Дағстанда ислам хәрәкәте тирәләй йәйелдерелгән ваҡиғалар билдәле бер хәүеф тыуҙырыуын билдәләп үтте.
— Беҙ милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә ярҙам итергә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Республикала ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарау бара, һәм беҙ уға тап килергә тейешбеҙ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика