Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Октябрь 2010, 12:42

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта хоккей командаһы ойошторорға тәҡдим итте

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта хоккей командаһы төҙөргә тәҡдим итте. Әлегә тиклем бындай команда булманы, сөнки күнекмәләр өсөн шарттар юҡ ине; тиҙҙән бөтә кәрәкле нәмәләр булдырылырға тейеш. 2011 йыл аҙағына төҙөүселәр боҙ һарайын файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә.
Бөгөн уны төҙөү барышы менән республика башлығы танышты. Проекттың смета хаҡы –780 миллион һумдан ашыу. Хәҙерге ваҡытта 30 проценты, йәғни 387 миллионы үҙләштерелгән, шуның 187 миллион һумы – республика бюджетынан.
Хәҙер төҙөүселәрҙең төп бурысы – йылы биреү һәм ҡышын бина эсендә монтаж эштәре алып барыу өсөн «ҡумта» төҙөү.
Стәрлетамаҡтың Көньяҡ-Көнбайыш районында 2500 урынлыҡ боҙ аренаһы менән физкультура-спорт комплексын төҙөү 2007 йылда башланғайны; уны «Стәрлетамаҡтөҙөлөш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
Боҙ һарайы 18 метр бейеклегендәге ике ҡатлы каркас конструкциялы бинанан ғибәрәт. Ул ике блокка бүленгән: 2500 тамашасыны һыйҙырырлыҡ боҙ аренаһы һәм 500 тамашсыға универсаль спорт залы.
Һарайҙа спорттың төрлө төрҙәре буйынса секциялар эшләйәсәк. Рөстәм Хәмитов, бында шорт-трек буйынса күнекмәләр ойоштороға мөмкин, тип иҫәпләй.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: