11:13 (UTC+5), 07 Октября 2010

Балалар баҡсалары етешмәү проблемаһы хәл ителәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Республикала балалар баҡсалары етешмәү проблемаһы хәл ителәсәк. Республика башлығы был турала Ишембайҙа 11-се «Гнездышко» балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡарағанда хәбәр итте. Совет заманында бында балалар баҡсаһы булған, һуңынан уны эшҡыуарҙарға биргәндәр, һәм бына күптән түгел уны аяҡҡа баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Балалар баҡсаһы октябрҙең икенсе яртыһында асыласаҡ. «Гнездышко» 55 урынға иҫәпләнгән. Балалар бында өс төркөмгә йөрөйәсәк – ясли (15 кеше) һәм ике өлкән йәштәге балалар төркөмө (20-шәр кеше).
Башҡортостан Президенты, ҡалала балалар баҡсаһына урын алыуға 1200 кеше сиратта торғанда был сиктән тыш аҙ, тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов республика масштабында ҙур иғтибар бүленгән был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
Балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау муниципаль бюджет средстволары иҫәбенә алып барылған, был маҡсатҡа һигеҙ миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
– Республиканың башҡа ҡалалары һәм райондары өсөн яҡшы өлгө, — тип билдәләне төбәк башлығы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика