Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Октябрь 2010, 10:48

Рөстәм Хәмитов үҙенең математика уҡытыусыһын барып күрҙе

5 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең уҡытыусыһын — буласаҡ Президентты 1969-1971 йылдарҙа (9-10 кластарҙа) математиканан уҡытҡан 80 йәшлек Валерия Вениаминовна Иванованы барып күрҙе.
Рөстәм Хәмитов Валерия Иванованы Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы һәм уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне. Валерия Вениаминовна, үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитов уҡыған математика класы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты, һәм үҙенең элекке уҡыусыһына өйҙәге китапханаһынан китап бүләк итте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: