Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Октябрь 2010, 12:01
Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә бүленгән средстволарҙың ҡайҙа тотонолоуы тикшереләсәк
Башҡортостан парламентының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты депутаттары бөгөн, 5 октябрҙә, үҙ ултырыштарында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә бүленгән бюджет средстволарының ҡайҙа тотонолоуын тикшерәсәк. Ултырыштың көн тәртибендә, 2011 йылға бюджет документтары пакетынан тыш, «Федераль бюджеттан һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 2010 йылда ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү менән бәйле сараларҙы финанс тәьмин итеүгә бүленгән средстволарҙы тотоноу тураһында мәғлүмәт» мәсьәләһе тора.
Бындай мәғлүмәтте депутаттарға Башкортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Айрат Ғәскәров, БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин һәм БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов еткерергә тейеш.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға һәм 2013 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау, «2011 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында», «Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фонды бюджеты тураһында» БР Закондары проекттары (икеһе лә — беренсе уҡыуҙа), «Тоҡомло малсылыҡ тураһында», «Хайуандар донъяһы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында (өсөнсө уҡыу), «Башҡортостан Республикаһының аграр өлкәләге айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекты (икенсе уҡыу) ҡараласаҡ.
Аграр комитет ағзалары Дәүләт Думаһына Дәүләт Йыйылышының закондар сығарыу инициативаһы менән мөрәжәғәт итергә — «Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында Кодексының 23.221 һәм 23.231 статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын индерергә ниәтләй.
Автор:
Николай Ермоленко
Теги:
бр дәүләт йыйылышында
Читайте нас: